Наҙым да һин, зарым да һин

    Башҡорт теле! Донъялағы иң моңло һәм иң гүзәл тел ул беҙҙең тыуған телебеҙ! Башҡорт теле! Ниндәй ғорур яңғырай! Йырҙарҙа данлап йырланған, шиғырҙарҙа маҡтап телгә алынған бөйөк башҡорт теле! Юҡҡа ғына шағир: «Тыуған ерҙән яҙған-ярты йәтим, тыуған теленән яҙған-мең йәтим” - тип әйтмәгән бит!Эйе, кеше ҡайҙа ғына барып, ниндәй генә матур һәм бай ерҙәргә юлыҡһа ла, ул барыбер ваҡыт үтеү менән үҙенең тыуған яғын һәм, әлбиттә, үҙ туған телен, туған моңон һағына.

Ер йөҙөндә көн һайын унға яҡын тел юҡҡа сыға.Минең дә туған телем шулар иҫәбенә инмәҫме, телем ҡоромаҫмы? Яратҡан шиғирыбыҙ яҙыуынса:

    Бөйөк шағир Рәми Ғәрипов бөтәбеҙҙе лә телебеҙҙе һаҡларға, яҡларға саҡыра. Бер ҡасан да оялмаҫҡа, уны онотмаҫҡа өндәй. Шулай булғас, әйҙәгеҙ, телебеҙҙе һаҡлайыҡ, унан оялмайыҡ. Һәр ерҙә яңғыраһын, данланһын беҙҙең нәфис, күркәм башҡорт телебеҙ! Төрөмбәт мәтәбендә ошо көнгә бағышлап “Йәшәһен башҡорт теле” тип аталған стенд булдырылды. Зәйнәб Биишева, Рәми Ғәриповтарҙың туғантелгә арналған шиғырҙарына флэшмоб үткәрелде.Ә Рәшит Шәкүрҙең “Башҡорт телендә һөйләшәм” шиғырына яҙылған йыры яңғыраны.

                                                                                                                                                                       18.12.2017г.